Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар. Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да борсой. Өфө миллионлы ҡалалар араһында халыҡ һаны буйынса бишенсе баҫҡысты биләй. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Өфө халҡы өс мең ярым кешегә кәмегән. 2020-се йылда Башҡортостанға 25 меңдән ашыу кеше уҡырға һәм эшләргә килгән. Киләһе йылдарҙа халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыу төп бурыстарҙың береһе тип билдәләнгән. Республика халҡының йылылыҡ өсөн артыҡ түләүе- тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙың береһе. Идара итеү компанияларының хатаһы ҙур, тип белдерҙе Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков. Быйыл, мәҫәлән, тикшереү барышында, фатирҙарҙың төрлөсә йылытылыуы ла асыҡланған. Өҫтәүенә, йорттарҙа урынлаштырылған иҫәпләү ҡоролмаларында етешһеҙлектәр табылған. Сергей Греков әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр килеп сыҡҡан осраҡта халыҡҡа алдан хәбәр итергә кәрәк. Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә мөһим урынды биләй. Әле торлаҡ буйынса Өфө миллионлы ҡалалар араһынан бишенсе урында килә. Тиҙҙән, мәҫәлән, Затон һәм Дим биҫтәләре араһында яҡынса 8 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.Юл мәсьәләһе лә киҫкен. Комсомол, Галле, 8-се март урамдарында капиталь ремонт эштәре бара, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге ҡоролма төҙөлә.Әле Өфөлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты үткәүелендә реконструкция эштәре дауам итә. Сергей Греков барлыҡ урау юлдарҙы һәр саҡ таҙа тотоуҙы талап итә. Реконструкциянан һуң Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргестең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта, ә проспектағы 4 һыҙатты алтыға тиклем арттырыу ҡарала. Реконструкция 2021 йылдың октябрь айында тамаланырға тейеш.
Башлыҡ маҡсаттар билдәләй
Тулыраҡ: Башлыҡ маҡсаттар билдәләй