Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Тулыраҡ: Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында” китабы, шулай уҡ уның Граждандар һуғышында ҡатнашыуын дәлилләүсе архив документары, фото һүрәттәр һәм статьялар бар.