Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса республикала байтаҡ саралар күрелә. Уның исемен мәктәптәрҙә “шайморатов кластары” йөрөтә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн төбәк дәүләт наградаһы — Шайморатов ордены тапшырыла, Өфөләге Совет майҙанында Рәсәй геройы хөрмәтенә һәйкәл ҡорола. Данлыҡлы комдив тураһындағы спектаклдең атамаһы осраҡлы түгел. “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” – тип генерал Шайморатовтың яугирҙәрҙе атакаға әйҙәгәне мәғлүм. Премьера үткән йылдың ноябрендә театрҙың бәләкәй залында үткәйне. Ниһайәт, спектакль ҙур сәхнәлә. Зал күләмле реконструкциянан һуң асылды. Тамашасылар араһында Радий Хәбиров та бар. 112-се башҡорт кавалерия девизияһының яу юлы бихисап әҙәби әҫәрҙәрҙә тасуирланған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡа бер дивизия ла Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ яугирҙәр иҫәбен был һанға еткерә алмай — башҡорт атлыларының етмеш һигеҙе дәүләттең иң юғары наградаһы менән бүләкләнгән. Йәнә биш яугир Дан орденының тулы кавалеры. Миңлеғәли Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә фашистар менән ҡаты алышта һәләк була. Данлыҡлы комдивтың батырлығын таныу маҡсатындағы оҙайлы эш һуғыш тамамланғас та башлана. Тарихи ғәҙеллеккә 77 йылдан һуң ғына өлгәшелә. 2020 йылдың 20 мартында Президет Владимир Путин Миңлеғәли Минһаж улына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирергә ҡарар итте. 9 майҙа “Алтын Йондоҙҙо” республиканың Милли музейына мәңгелек һаҡҡа тапшырыу тантанаһы үтте. Бер йыл элек Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы – Шайморатов ордены раҫланды. Ватан һаҡсылары көнө алдынан ете яҡташыбыҙ ошо орден менән бүләкләнде. Генерал Шайморатов — тыуған илде һөйөү һәм һаҡлау өлгөһө. Батырлыҡ йолалары менән ҡыйыулыҡ миҫалдарын артабан таратыу маҡсатында республика мәктәптәрендә “Шайморатов кластары” туплана. Уларға иң яҡшыларҙың яҡшылары һайлап алына. Йәш шайморатовсылар башланғыс хәрби әҙерлек үтә, һыбай йөрөргә өйрәнә, ҡурайҙа уйнай, бейеү күнегеүҙәре ала, классик офицер белемен үҙләштерә. Өфөлә халыҡ геройы генерал Шайморатовҡа һәйкәл әҙерләнә. Уны башҡаланың Совет майҙанында урынлаштырыу көтөлә. Монумент проектын республика халҡы һайлап алды.
Салауат вариҫтары еңелеү белмәй
Тулыраҡ: Салауат вариҫтары еңелеү белмәй