Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, енәйәт — 16 апрелдән 17-һенә ҡарай төндә ҡала фатирҙарының береһендә була. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, бер төркөм йәштәр ике бүлмәле фатирҙа ҡунаҡ ойоштора. Иҫереп алған Сергей Букаев 22 йәшлек егеткә телефонын урлауҙа ғәйепләп бәйләнә башлай. Ыҙғыш ваҡытында ул бысаҡ менән ҡунаҡтың муйынына ҡаҙай, шулай уҡ уның 21 йәшлек иптәш ҡыҙына ла сәнсә. Енәйәтсе ҡалған таныштарын шаһит булараҡ юҡ итергә була. Был эштә уға Константин Сурков ярҙамлаша. Үлтерер алдынан 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың береһен көсләйҙәр, аҙаҡ енәйәт эҙен юҡ итеү маҡсатында фатирға ут төртөп ваҡиға урынынан ҡасалар. Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, енәйәтселәрҙе бер нисә көндән Өфөлә ҡулға алалар. Прокуратура хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был осраҡтан һуң 19 чиновникҡа ҡарата административ эш ҡуҙғатылды, бер нисә кеше вазифаһынан бушатылды.
Күмертауҙа биш кешене үлтереү буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылды
Тулыраҡ: Күмертауҙа биш кешене үлтереү буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылды