Күпселек ауылдарҙа, хатта район үҙәктәрендә әле лә юғары сифатта телевизор ҡарау хыялда ғына. Ирекһеҙән, күптәр махсус ҡоролмалар һатып алып телевизорҙы түләп ҡарарға мәжбүр. Цифралы телевидениеға күсеү – Рәсәйҙәге иң күләмле инфраструктур проекттарҙың береһе. Федераль программаға ярашлы 2018 йылға тиклем Башҡортостан халҡының 95 проценты түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителергә тейеш. Бының өсөн республика буйынса 216 телебашня төҙөү ҡаралған. Буласаҡ телебашня өсөн оло юлға, электрүткәргестәргә яҡын иң бейек урын һайлап алынған. Шишмә районы Ирек ауылы янында урынлашасаҡ ҡоролма ярҙамында 30-40 саҡрымда ятҡан ауылдарҙа ла цифралы сигнал ҡабул итәсәктәр.Ғинуарҙан Рәсәй-Башҡортостан каналы ла тәүгеләрҙән булып цифрлы форматҡа күсте. Бөгөн Өфө, Белорет, Бөрө ҡалаларында, тиҫтәләгән райондарҙа 1-се мультиплексҡа ингән 10 каналды бушлай ҡарайҙар. 22-е телебашня тест режимында эшләй. Цифралы сигналды ҡабул итеү өсөн белгестәр саҡыртып кабель һуҙырға кәрәкмәй. Схема ябай. Әгәр һеҙҙең телевизор ДВБ Т2 сигналдарын уҡыһа, ябай йорт антеннаһы менән дә тапшырыуҙарҙы юғары сифатта ҡарарға мөмкин. 2012 йылдан иртәрәк сыҡҡан алғыстарҙың бындай мөмкинлеге юҡ, шуға күрә цифра кодтарын үҙгәртеүсе махсус ҡоролма һатып алырға кәрәк. Магазин кәштәләрендә төрлө етештереүселәрҙең приставкаларын осратырға мөмкин. Улар яҡынса 1 мең һумдан башлана. Цифралы телевидение 2018 йыл аҙағына тиклем һәр ауылға барып етергә тейеш. Быйыл республика буйынса телевидение сигналын тапшырыусы 48 яңы ҡоролма төҙөләсәк. Тағы ла ике – өс йылдан Башҡортостан халҡының 95 проценты беҙҙең телетапшырыуҙарҙы юғары сифатта ҡарай аласаҡ.
Цифралы телевидение төпкөлдө яулай
Тулыраҡ: Цифралы телевидение төпкөлдө яулай