Өфө ҡалаһының Баргузин урамындағы 19-сы йортта йәшәүселәр инде биш йыл рәттән ҡышҡы һыуыҡтарҙан ҡурҡып йәшәй. Ятаҡ авария хәлендәге йорттар иҫәбенә индерелмәһә лә, йәшәү өсөн шарттар шәптән түгел. Ә коммуналь хеҙмәт өсөн хужалар башҡалар менән бер тиң түләй. Улар хатта икеләтә артыҡ түләүҙәрен дә асыҡлағандар. Ни өсөн уртаҡ ҡулланыу урындарында радиаторҙарҙың булмауын асыҡлаған ваҡытта 2014 йылдан алып йылылыҡ өсөн икеләтә хаҡ түләүҙәрен белеп ҡала ла инде ятаҡта йәшәүселәр. Йыйылыш үткәреп улар ялыу менән прокуратураға мөрәжәғәт итә. Торлаҡ хужалығы идаралығының директор урынбаҫарына ҡарата административ тәртип боҙоу буйынса енәйәт эше асыла һәм уға 25 мең күләмендә штраф һалына. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, икеләтә арттырып түләү тип әйтеү дөрөҫ түгел, ти һәм һәр йыл аҙағында түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләүҙәрен белдерә.Шул уҡ ваҡытта, берҙәм иҫәп-касса үҙәгендә түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләтеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе теләр-теләмәҫ кенә ҡабул итәләр.Халыҡ берҙәм иҫәп-касса үҙәктәрендәге киҫкен мөғәлләмәгә зарлана. Кемдер әрләшеүҙән, мәшәҡәттән ҡасып, түләүҙәрен тикшертмәй һәм квитанцияға ярашлы хаҡ түләй. Шулай ҙа аңға һыймай: ни өсөн йыл һайын яңынан иҫәпләүҙәр алып барылғандан һуң да Баргузин урамының 19-сы йортонда йәшәүселәр ике йыл йылылыҡ өсөн артыҡ түләгән? Был осраҡлы хәлме, әллә халыҡтың мәсьәләгә төшөнөп етмәүе менән ҡулланыумы? Халыҡтың һорауына әлегә яуап юҡ.
Йылылыҡ өсөн икеләтә хаҡ
Тулыраҡ: Йылылыҡ өсөн икеләтә хаҡ