Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Тулыраҡ: Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы бушлай файҙаланыу мөмкинлеге ҡарала. Закон проектында билдәләнеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, 1-се, 2-се, 3-сө төркөм инвалидтарына был социаль яҡлау сараһын күрһәтеүҙе Республика хөкүмәте көйләй. Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары Эске эштәр министры һәм Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы етәксеһенең 2020 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһындағы отчетын тыңланы.