Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға „доктор. Рб„ сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек тә, коронавирустан тест биреү ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме – коронавируслы ауырыу менән аралашмау, йыл дауамында инфаркт йәки инсульт кисермәү, туберкулез, шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ булмауы, талап ителә, ти табиптар. Әлбиттә һәр пациентты прививка эшләү алдынан табиптар ентекләп тикшерә. Әгәр ҙә ниндәй ҙә булһа сир асыҡлана икән, вакцина эшләнмәй. Ауырығандан һуң прививкаға килгән осраҡта, мотлаҡ был турала табипҡа әйтергә кәрәк. Ул өҫтәмә анализдар бирергәме-юҡмы икәнен хәл итә. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны теләһә ҡайһы прививканан һуң 30 көн үткәс яһатырға мөмкин. Ул гриптан һаҡламай, шуға күрә прививкаларҙың икеһен дә эшләтергә кәңәш итә табиптар. һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, республикаға 2000-гә яҡын вакцина ҡайтарылған. Республика халҡы күпләп прививка эшләтеү сәбәпле, мартта тағы ла өҫтәлмә вакцина ҡайтарылыуы көтөлә.
Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала
Тулыраҡ: Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала