Боронғо дәүер юлдары

Тулыраҡ: Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2 ҡаласығында табылған әйберҙәр ята. Республика әле артефактар һаны буйынса Волга буйы Федераль округында беренсе урында тора. Киләсәктә Өфө-2 ҡаласығы урынында депозитарий төҙөү ҡарала. Проектка ярашлы, бинала шулай уҡ заманса музей ҙа буласаҡ.