Башҡорт википедияһына 15 йыл

Тулыраҡ: Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде. Бөрйәндәрҙең тиҫтәгә яҡын кешенән торған үҙҙәренең викиклубтары бар. Луиза Юлдашеваның был хәрәкәткә ҡушылғанына 4 йыл. Сарала ул иң күп статьялар яҙған автор булараҡ Башҡортостан башлығының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ тип табылды. Тәржемә итә белеү генә етмәй, бында һәр кемдең хеҙмәте мөһим, ти ул. Мәскәүҙән «Викимедия РУ» энциклопедия белемен таратыу ойошмаһы Башҡорт википедияһына үҫешергә булышлыҡ иткән киң мәғлүмәт сараларына айырым рәхмәтен белдерҙе. Улар араһында «Башҡортостан » дәүләт телерадиокомпанияһы ла бар. Башҡорт википедияһының тыуған көнө тип 2005 йылдың 16 апреле һанала. Тап ошо көндә интернет селтәрендә Башҡортостан хаҡында тәүге башҡортса мәҡәлә донъя күрә. Пандемия сәбәпле тантана кисектерелеп килгәйне. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән һәм улар донъяның 118 теленә тәржемә ителгән. Телде үҫтерергә теләгән ирекмәндәрҙе көтөп ҡалабыҙ, тине башҡорт википедияһы хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе Рөстәм Нурыев. Башҡорт википедияһы хәрәкәте бығаса ирекмәндәрҙең генә көсө менән тормошҡа ашырылһа, киләсәктә уларға дәүләт тарафынан да ярҙам буласаҡ, тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов. Тәбрикләү тантанаһында википедия ирекмәндәре хәрәкәтте үҫтереү, тағы ла камиллаштырыу мөмкинлектәрен дә барланы.