Депутаттар корпусы һорауҙарына Куйбышев тимер юлы етәксеһе Сергей Соложенкин яуап бирә.
Әңгәмәнең төп темалары ла билдәле. Һөйләшеүҙә электричкалар хәрәкәте, транспорт системаһындағы хәүефһеҙлек тураһында барырға тейеш. Башҡортостан халҡын шулай уҡ Мәскәү – Екатеринбург тиҙ йөрөшлө магистрале ҡыҙыҡһындыра. Уның бер өлөшө Яңауыл – Өфө йүнәлешенә ҡағыла.