Рәсәй Уран 9 исемле күп функциялы яңы ҡорал менән донъя баҙарына сығырға әҙерләнә. Был робот Т-90 һәм Армата танктарын алмаштырмай. Ул махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙе һәм разведканы дошмандан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.
Сүриәнән 30 мең ҡасаҡ Төркиә сигенә килгән. Европа берлегенең саҡырыуҙарына ҡарамаҫтан, сиктең бер өлөшө ябыҡ булып ҡала. Анкара был аҙымды мигранттарҙы ҡабул итеү өсөн мөмкинлектәр булмау менән аңлата.
Германияла һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда ике пассажир поезының бәрелеүе һөҙөмтәһендә кәм тигәндә ун кеше һәләк булған. 150 кеше дауаханаға һалынған. Вагондарҙың бер өлөшө рельстан сыҡҡан. Поездар хәрәкәте туҡтатылған.
Испанияның төнъяҡ виләйәттәрендә ғәҙәттән тыш хәл. Имоджен штормы сәбәпле бында халыҡҡа һаҡлыҡ саралары күрергә ҡушылған. Астурияла тулҡын йәш ярымлыҡ баланы ағыҙып алып киткән. Ҡайһы бер ҡалаларҙа торнадо бер-нисә йортто емергән.