Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа үткәрмәүен белдереп етәксегә һәр саҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә тура килеүенә ишараланы. Премьер-министр менән килешеп хәл ителгән ҡарарҙарҙың тәүгеһе Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһен алмаштырыуға бәйле. Юғары вазифала Гөлшат Арыҫланова эшләйәсәген дә белдерҙе Радий Хәбиров. Элекке етәксе Денис Булатов үҙ теләге менән эштән киткән. Ошо уҡ сәбәп менән һуңғы арала күп тәнҡит ишеткән Транспорт министры Алан Марзаев та вазифаһын ҡалдырған. Уның урынына буласаҡ кандидат әлегә билдәһеҙ. Социаль блок өсөн яуаплы вице-премьер Ленара Иванова ла аҡ йорттан китә, әммә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ул етәксе булып ҡала. Уның яуаплылығында булған Мәғариф тармағы премьер-министр урынбаҫары Азат Баҙрановҡа күсә, ә социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарын Максим Забелин көйләйәсәк. Министрға хәҙер вице-премьерлыҡ вәкәләттәре өҫтәлде. Ә талаптарҙың иң мөһимдәрен Республика Башлығы ҡотлау артынан уҡ әйтеп ишеттерҙе.Йылдың беренсе айы статистикаһын барлап төбәк етәксеһе металлургия һәм дарыуҙар етештереүҙең ике, кейем тегеү һәм мебель эшләү бер ярым тапҡырға артыуын әйтте. Төҙөлөш тармағы ла ғинуар айы буйынса үҫеш күрһәтә, әммә был тәңгәлдә үҫеш һәм алға китеш күрергә теләр мәсьәлә алданған өлөшсөләрҙе “тишек кәритә”лә ҡалдырғандзарҙы яуапҡа тарттырыуға бәйле. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарынан һөҙөмтә күрергә теләүен әйтте.Төҙөлөштә тәртип булдырыу тәҡдиме менән бергә Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә үк эксперименталь алымды һынарға тотондо. Ул Өфө үҙәгендә урынлашҡан республика ҡарамағындағы ер биләмәһен асыҡ аукционға сығарып унда ғәҙел процедуралар ярҙамында еңеүсене асыҡларға, төҙөлөштән ҡала бюджетынга килгән аҡсаны унда мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөүгә тотонорға кәрәк тине. Башланғысты Ҡала төҙөлөшө Советында ентекләп барларға килешелде. Төҙөлөш темаһын дауам итеп, Хөкүмәт йорто янында ҡалҡып килгән объектта эштәрҙе тиҙләтеү бурысы ҡуйылды. Республика менән идара итеү үҙәге көҙгә әҙер булырға тейеш. Тәртипһеҙлек хөкөм һөргән йәмәғәт транспорты темаһы йәнә иғтибар үҙәгенә сыға. Автобуста юл хаҡы өсөн карта менән түләтергә теләмәгән водителдәрҙе асыҡлау өсөн бөгөндән рейдтар башлана. Терминал эшләмәй, ҡулаҡса бир йә минең иҫәпкә күсер тип аҡланған өсөн водитель 10 мең һум штраф алыуы ихтимал. Юридик шәхестәр өсөн был “гөнаһ” 30 мең һум штраф менән янай. Теләктәшлек, үҙ-ара ярҙам һәм өмә башланғыстарын үҙ эсенә алған яңы проект башлай республика. “Атайсал” меценатлыҡ өсөн рәсми нигеҙ булдырыу һәм уларға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Алдағы ике ай проект менән таныштырыу өсөн билдәләнгән, апрель аҙағында түңәрәк өҫтәл ойошторолоп ярҙам итергә теләүселәр һәм ярҙам талап ителгән эштәр аныҡлана, май – сентябрь уларҙы тормошҡа ашырыуға китә. Республика көнөнә ҡарай йомғаҡ “Яҡташлыҡ көсө” форумында барланыр, тип күҙаллана.Был аҙнала республика башлығы хакимиәтенең контроль идаралығы мәктәптәр буйлап рейд үткәрәсәк. Сәбәбе- уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың тәмәке тартыуы. Был турала Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәр аша хәбәр ителгән.Оператив кәңәшмәнең байтаҡ өлөшө даими бер мәсьәләгә арналды – мәктәп туҡланыуын Радий Хәбиров йәнә тәнҡиткә тотто. Февраль айында социаль селтәрҙәр аша ике йөҙҙән ашыу ялыу килгән. Тәмһеҙ, һыуыҡ аш, һөҙөмтә булараҡ балалар порцияларын ашамайынса кире тапшыра. Бындай етешһеҙлек өсөн төбәк Башлығы мәктәп директорҙарын эштән бушатыу менән янаны.
Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр
Тулыраҡ: Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр