Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Тулыраҡ: Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының береһендә ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Тәбиғәттә балыҡ яҙғыһын ғына ыуылдырыҡ сәсә, шуға яһалма рәүештә лә был процесс йылына бер тапҡыр ғына башҡарыла. Быға тиклем балыҡтың эсен ярып ыуылдырыҡ алһалар, хәҙер иһә махсус бысаҡ ярҙамында бәләкәй генә тишек тишеп һауалар.Алынған ыуылдырыҡтың туҡһан проценты һатыуға, ә ун проценты артабан үрсетеүҙә ҡулланыла. Хужалыҡта шулай уҡ балыҡ үрсетеү тармағы ла яҡшы үҫешә. Уны етештереү күп сығымдар һәм ваҡыт талап ит.. Бында йылына ике мең тоннаға яҡын балыҡ үрсетелә. Рәсәйҙең иң эре индустриаль балыҡсылыҡ хужалыҡтарының береһендә бөгөн балыҡ үрсетеү күләме йылдан-йыл арта бара. Әҙер продукция Өфө, күрше төбәктәр, Мәскәү һәм илдең башҡа ҡалаларына оҙатыла.