"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Тулыраҡ: "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы, йөкмәткеһе, шулай уҡ исеме лә алмашына. 1 быуат дауамында төрлө йылдарҙа төрлө исем аҫтында донъя күргән баҫмаларҙың төп нөсхәләре милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә һаҡлана. Журналдың 100 йыллыҡ юбилейына килгән ҡунаҡтар берҙән-бер даналарҙы ҡулдарына тотоп ҡарай алды. “Башҡортостан уҡытыусыһы” — ғилми-педагогик журнал, уҡытыусылар өсөн методик ҡулланма. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының юбилей тантанаһы пандемия сәбәпле быйыл ойошторолдо. Сит өлкәләрҙән видеоҡотлауҙар яңғыраны, район мәғариф бүлеге етәкселәре, колледж директорҙары ҡотлау теләктәрен еткерҙе һәм артабан да уҡытыусы менән журнал араһындағы хеҙмәттәшлекте дауам итеүҙе хупланы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы республика баҫмалары араһында тиражы буйынса алдынғылар рәтендә. Рәсәйҙә 9 телдә баҫтырылған берҙән-бер журнал. Журнал хеҙмәткәрҙәре почетлы грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Баш мөхәррир Салауат Кәримовҡа башҡорт халҡының иң ҙур наградаһы – "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы тапшырылды. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журнал ғына түгел, ул хәҙер архив документы. Уҡытыусылар өсөн өҫтәл журналы. Заман менән баҫма ла бергә үҫеш юлында. Республикала иң юғары тиражлы журнал мәҡәләләре менән интернет селтәрендә лә танышырға мөмкин.