2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы көтөлә. Мәңгелек ут, Дан алеяһындағы Муса Гәрәев һәйкәле, Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстары менән тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә почетлы ҡарауыл ҡуйыла. Ошо уҡ көндө хәрби парад, хәрби техника һәм ретро автомобилдәр үтеүе, “Үлемһеҙ полк” илһөйәрлек акцияһы ҡаралған. Район хакимиәттәренә хәрби ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтерергә, байрам сараларын ойошторорға, “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылырға тәҡдим ителә. Республика башлығының ҡарарында фронтовиктар, тыл хеҙмәтсәндәрен, Бөйөк Ватан һуғышында яу яланында ятып ҡалған һалдат ҡатындарын хөрмәтләү барышында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын теүәл үтәү талап ителә. Ведомстволарға байрам сараларында медицина хеҙмәткәрҙәре, тәртип һаҡлау һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы вәкилдәренең эшен ойоштороу йөкмәтелә.
Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк
Тулыраҡ: Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк