Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Тулыраҡ: Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргес тирәләй эш ҡайнай. Трактор элекке асфальт түшәмен аҡтара. Яңы терәүгә урын әҙерләнә. Бетон эштәре ҡыш миҙгеленә ярашлы башҡарыла. Бының өсөн йылы аласыҡ ойошторолған. Бетон 3 дизелле генератор ярҙамында йылытыла.Объектта эш тәүлек әйләнәһенә бара. Сменә һайын 60 эшсе, 20-гә яҡын техника эшләй. Төҙөүселәр әйтеүенсә, һауа торошо төҙөлөшкә ҡамасауламай. Эш сатлама һыуыҡтарҙа ла туҡтатылмаған. Төҙөлөш менән бер рәттән канализация селтәрен яңыртыу ҙа дауам итә. Киләһе этап  — урҙаларҙы монтажлау. Был шулай уҡ бик яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Автомобиль хәрәкәттен туҡтатмай, ике кран ярҙамында эш итергә тура киләсәк, ти подрядсы ойошма вәкилдәре. Юл үткәргесте төҙөкләндереү транспортты үткәреү һәләтен 27 процентҡа арттыра. Реконструкциялау буйынса эштәрҙе 2021 йылдың беренсе сентябренә тиклем тамамлау күҙаллана.