Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара. Беренсе ултырышта зыян күргәндәр һәм инспекторҙарҙан һорау алынды. Ә юғары тиҙлектә ҡыуып, хәүеф тыуҙырған Артур Гәзизов тағы ла ике айға изоляторҙа ҡалдырылды. Юл ҡағиҙәләрен һәм кешеләрҙең ғүмерен һанға һуҡмаған Артур Ғәзизов уҙған йылдың авгусында ла тотолдо. 2019 йылда Өфө буйлап БМВ машинаһында юғары тиҙлектә инспекторҙарҙан ҡасты. Ошо ҡылығы өсөн штраф һалынды, водитель танытмаһы тартып алынды һәм бер-нисә көн изоляторҙа ултырып сыҡты.
Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк
Тулыраҡ: Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк