Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Тулыраҡ: Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә иртәле-кисле төҙөлөш техникаһы тауышын ишетергә тура килә. Элекке балалар майҙансығы урынында хәҙер 27 ҡатлы ике йорт төҙөләсәк. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, төҙөлөштө башлар алдынан төҙөүсе компания вәкилдәре лә, ҡала хакимиәте лә халыҡты йәмәғәт тыңлауҙарына саҡырмаған. Бар эштәр йәшерен рәүештә башҡарыла. Ҡала хакимиәте һәм ПСК-6 компанияһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, төҙөүсе компания Конституция, Максим Горький, Тыныслыҡ һәм Ҡуласа урамдары араһында урынлашҡан иҫке йорттарҙы һүтергә тейеш була. Әммә һүҙ ҡағыҙҙа ғына ҡалған. Йорттар һаны арта, ә мәктәп һәм балалар баҡсаларында урындар артмай, тип зарлана халыҡ. Беренсе проектка ярашлы, 27 ҡатлы йорт ошо ике ҡатлы иҫке йорттар урынында төҙөлөргә тейеш була. Тик 2019 йылда төҙөүсе компания проектты үҙгәртеп, төҙөлөш урынын икенсе урынға күсергә ҡарар ҡабул итә. ПСК-6 компанияһы вәкилдәре иһә бар эштәр ҡануниәткә ярашлы башҡарыла, тип ышандыра. Сит ерҙәрҙе баҫып алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, ти улар. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Конституция урамында төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары 2019 йылда уҡ бирелгән. Төҙөүсе компания, ҡала хакимиәте яғынан да закон боҙоу осрағы юҡ. Урындағы халыҡ чиновниктарға ышанмай ҡала прокуратураһына ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Төҙөлөш ойошмаһы балалар майҙансығы биләмәһендә йорт мотлаҡ төҙөләсәк, тип белдерә. Ә Конституция 5 адресы буйынса йәшәүселәр ғәҙеллек өсөн көрәште тағы ла йәнләндерергә йыйына.