Уттан ҡалмай бурҙан ҡала

Тулыраҡ: Уттан ҡалмай бурҙан ҡала

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында уттан зыян күреүсе ғаиләләр быйылғы ҡышты туғандарында үткәрергә мәжбүр. Улар өсөн буралар бурай башлағандар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йыл августа ауылда ут бер юлы дүрт ғаиләнең хужалыҡтарын юҡҡа сығарҙы. Унда 14 кеше урамда тороп ҡалды. Зыян күреүселәргә республика хөкүмәте, мәрхәмәтле кешеләр, Башҡортостан телерадиотапшырыуҙар компанияһы ярҙам күрһәтте.Ғәйнисафа һәм Зөлфәр Юлдашевтар нигеҙҙәрен һағынып иҫкә ала. Инде һикһәнде уҙған оло кешеләр әле улдарының бәләкәй йортонда йәшәргә мәжбүр. Улар тиҙерәк үҙ йорттарын төҙөп сығырға ниәтләй. Ғәҙәттә, бураны ҡышын бурап ҡуялар. Төҙөлөш материалдарын да алдан әҙерләйҙәр. Был 7-8 бураны Зөлфәр Юлдашев ғаиләһе өсөн бурайҙар. Оло кешеләр торлаҡты 42 квадрат метр итеп эшләтергә ҡарар иткән. Төҙөүселәр уны май айында күтәрә башларға вәғәҙә итә. Бураны махсус ялланған төҙөлөш ойошмаһы эшләй. Улар өй менән ҡуша, мунсаһын, кәртә-ҡураһын төҙөп бирергә теләк белдергән.Фәжиғәлә 5 ғаилә зыян күрҙе. Уларҙың дүртәүһенең йорттары тулыһынса юҡҡа сыҡты. Ололар тыуған ауылында ҡалырға теләк белдерһә, йәштәр ситкә китергә, эш булған урында төпләнергә йыйына. Мәҫәлән, Лилиә һәм Тайфур Юлдашевтар район үҙәгендә йорт күтәргән.Бәләнән һуң беҙҙең компания торлаҡһыҙ ҡалғандарға ярҙам итеү йәһәтенән акция ойошторҙо. Унда йыйылған кейем-һалым, йорт кәрәк-яраҡтары һәм аҡса зыян күргән ғаиләләргә тапшырылды.Фәжиғәлә зыян күреүселәргә Башҡортостан хөкүмәте хәйриә фондынан аҡса күсерҙе. Район хакимиәте иһә йорт һалыу өсөн ағас бүлде. Төҙөүселәр һәм урындағы хакимиәт йәйгә ҡарай янғындан зыян күреүселәргә йорттар һалына башлаясаҡ, тип ышандырҙы. Беҙ ваҡиғалар ағышын күҙәтеп барасаҡбыҙ.