Яҙыусы 179 йыл элек дуэльда ҡаты яраланып һәләк була. Йыл һайын 10 февралдә донъяның төрлө ҡитғаларында бөйөк рус классигы иҫтәлегенә саралар үтә. Көйөргәҙе районы Шабағыш ауылында ла был матур йолаға әүерелгән. Бында мәктәп партаһына ултырған һәр уҡыусы Пушкин шиғырҙарын яттан белә. Ябай ауыл тотошлай Пушкин рухы менән һуғарылған. Бында кесеһе лә олоһо ла рус классигы ижады менән янып йәшәй. Әҙиптең хәтер көнөндә мәктәп уҡыусылары менән осрашыуға бөтә райондан яҙыусылар йыйылды.Шабағыш ауылында республиканан ситтә лә киң билдәлелек яулаған рус классикаһы музейы эшләп килә. Бында Александр Пушкиндың йөҙәрләгән китабы, үҙ ҡулы менән яҙылған Өфө картаһы, башҡорт ҡыҙы һүрәтенең күсермәләре һәм башҡа ҡиммәтле ҡомартҡыларҙы осратырға мөмкин. Быларҙың барыһын да рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рафиҡ Әминов 37 йыл дауамында йыйған. Ауыл музейы өсөн генә түгел Башҡортостан әҙәбиәте өсөн бай ҡомартҡы һаҡлана, бында. Пушкин әҫәрҙәренең генә 90 телгә тәржемәһен осратырға мөмкин. 40 меңгә яҡын экспонат араһында хатта Пушкин үлгәндән һуң төшөрөп алынған битлегенәң күсермәһе лә бар.Пушкин ижадын тәрәндән өйрәнеүселәргә һәм әҙәбиәт һөйөүселәргә төпкөлдәге музей яҡшы таныш. Бында хатта Төркиә, Англия, Япония, Германия, Швеция һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар килеп рус классигы хаҡында материалдар туплай. Эргә тирәлә йәшәүсе яҙыусылар ҙа бында рухи илһам алыр өсөн йыш йыйыла. Пушкин яҙмышына бәйле яңы асыштар менән уртаҡлаша.Пушкинға арнап шиғырҙар ижад итә.Ауыл мәктәбенә билдәле скульптор Александр Козинин яҙыусының һәйкәлен эшләп бүләк итә. Башҡортостанда был берҙән бер тулы кәүҙәлә һынландырылған скульптура. Пушкин музейы менән күберәк кешеләр таныша алһын өсөн заманында уны Шабағыш ауылынан Күмертауға күсереү тураһында ла һүҙ була. Хәҙер инде Пушкин бында тамырланған, халыҡ күңеленә үтеп ингән. Ә бында килгән студенттар, профессорҙар, сит ил ғалимдары хозур тәбиғәт итәгендә урын алған музей эштәре менән танышып илһам ала.
Рәсәйҙә Пушкинды иҫкә алалар
Тулыраҡ: Рәсәйҙә Пушкинды иҫкә алалар