Башҡортостан тамашасыларына – яңы йәнһүрәт

Тулыраҡ: Башҡортостан тамашасыларына – яңы йәнһүрәт

“Алдар һәм һоро бүре”, “Елдәр иҫкән яҡта” һәм башҡа йәнһүрәттәре менән билдәле аниматор Рим Шәрәфетдинов яңы ижади проект өҫтөндә эшләй. Ҡәләм, ҡағыҙ, яҡтылыҡ ... һәм йәнһүрәттең тәүге кадрҙары әҙер. Ҡаланың иң төп ойошмаһы — Цирк, ә ҡала халҡы – клоундар. Рим Шәрәфетдиновҡа ярты йыл элек килгән ошо идея тиҙҙән 5 минутлыҡ йәнһүрәт булып экрандарға сыға. Сюжеты ябай – бала цирк клоуны булып эшләгән атаһы тураһында һөйләй.Аниматорҙың тәжрибәле ҡулдары секундлап кадрҙар төшөрә, бер секундҡа уртаса 12 һүрәт тура килә. Әйткәндәй, тәүге йәнһүрәттәр ҙә ошондай технология менән эшләнгән. Тик хәҙер камераны сканер алмаштыра. Компьютерға индерелгән эскиздарҙы таҙартырға, буярға һәм берҙәм композиция төҙөргә генә ҡала.Мәрхәмәтле һәм көлкөлө ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған йәнһүрәттең биш минут эсендә уйландырыр урындары ла бар. Йәнһүрәт уңышлы килеп сыҡһын өсөн, эш барышында, иң мөһиме, ваҡиғалар үҫешен ҡатмарлаштырмаҫҡа һәм кадрҙарҙы бутамаҫҡа, ти авторҙар.Был – тауыш студияһы. Бында телһеҙ йәнһүрәткә тауыштар һәм көй һалына. Аниматорҙарҙың бер нисә аҙналар дауамында эшләгән хеҙмәте йән ала һәм бер ни тиклем ваҡыттан тамашасыларына барып етә, фестивалдәрҙә ҡатнаша.