Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә Башҡортостандың һәр төбәгендә һөнәре һәм булмышы менән дан ҡаҙанған 400 ҡатын-ҡыҙ тәбрик һүҙҙәрен ҡабул итә. Был мөләйем һылыу-апайҙар ҡәҙимге тормошта һөнәри хеҙмәт менән ғаилә бурыстарын, хатта йәмәғәт эшмәкәрлеген үҙ иңенә алған тәүәккәл кешеләр. Улар һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, ауыл хужалығы, халыҡты социаль яҡлау, көнкүреш хеҙмәте, мәҙәниәт, шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһе белгестәре генә түгел, ә батырлыҡ өлгөләре, ирекмәндәр һәм күп балалы әсәләр. Тормош юлдашы менән өс ҡыҙ тәрбиәләгән Майя Ишмәтованың, мәҫәлән, рекмән тәжрибәһе тиҫтә йылдан ашыу. Пандемия мәлендә ярҙамсылар талап ителгәнде ишетеү менән шунда уҡ эшкә тотона. Был изге бурысҡа ул балаларын да иртә йәштән йәлеп итә. 2020 йылдың ҡатмарлы осоронда төп көсөргәнеште табиптар үҙ иңенә алды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 11 йыл эшләгән Лилиә Баязова пандемияға бәйле шарттарҙы күреп белә. Борай районында коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә бар мөмкинлектәр ҡулланылды ти табип. 2020 йылдың беренсе сентябрендә педагогик хеҙмәт юлын 50 йылға тултырған Нәфисә Бәҙретдинованы ла ҡыйынлыҡтар ҡурҡытмай. Әлеге ваҡытта ул башланғыс класс уҡыусыларына өйҙә белем биреүен дауам итә. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы йәмәғәт эшен дә ҡалдырмай. Милли биҙәүестәр тергеҙеү архивын төҙөгән өсөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайынан юғары баһа алған. Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбендә 14 йыл эшләгән Ләйсән Түзбәкова 2020 йыл уҡытыусыһы ҡала бәйгеһендә ҡатнашып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы номинацияһында еңеү яулаған. Һөнәрем күңел ҡәнәғәтлеге бирә, ти Ләйсән Урал ҡыҙы. Тиҫтә йылдар мал үрсетеп ит етештереүҙе кәсеп иткән Фирүзә Хәлилова ла хәҙер балаларға белем биреү өлкәһе менән тығыҙ бәйле. 2020 йылда Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ фермер бөгөн ашханаларҙы үҙ ерендә әҙерләнгән саф ризыҡ менән тәьмин итә. Рәхмәт һүҙҙәре иһә бөгөн батыр ҡатындар хөрмәтенә ҙур сәхнәнән яңғырай. Ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та мөләйемлеге, ихласлығы менән яҙ ҡояшындай. Байрам уңайынан ғына түгел, көн дә. Был фекерҙе тантананың йәнә бер ҡунағы, хеҙмәттәшебеҙ – оҙаҡ йылдар халыҡҡа телевидение яңылыҡтарын оҫта тапшырған Флүрә Мурзина белдерә. Тантана күркәм концерт менән аралашып барҙы. Гүзәл затҡа байрам бүләген Башҡортостандың сәнғәт оҫталары юлланы.
Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне
Тулыраҡ: Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне