Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Тулыраҡ: Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина студенттар менән бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы уңайынан ойошторолдо. Был осрашыуға ойоштороусылар ентекле әҙерләнгәйне. Сара алдынан колледж студентары араһында шашка буйынса чемпионат уҙғарылған. Бер мең ярым студент араһынан 25 еңеүсе һайлап алынған. Иң-иңдәр генә Халыҡ-ара гроссмейстер менән уйнау хоҡуғына ирешкән. Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында бындай сара беренсегә ойошторола. Төп маҡсат — студенттарҙа шашка уйынына һөйөү уятыу һәм киләсәктә ҡала студенттары өсөн шашка үҙәген булдырыу. Шашка уйыны балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтерҙе яҡшырта. Ярышта ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.