Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы, һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди һорауҙарға яуап бирҙе ул. Марттың тәүге йәкшәмбеһендә халыҡ-ара балалар телевидениеһы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең телекомпания иң йәш хәбәрселәрҙе тәбрикләп, улар араһында иң һәләтлеләрен билдәләне. Башҡортостан-24 телеканалында балалар өсөн сериалдар, йәнһүрәттәрҙән тыш көн һайын Эврика, Телескоп, Кулинар дәрестәре, Мин инглиз телен өйрәнәм, Китаптан сыҡҡан сабый кеүек яңы танып-белеү таушырыуҙары эфирға сыға башланы. Ә Рәсәй радиоһында тиҫтә йыл дауамында балалар өсөн кескәйҙәр үҙҙәре радио тапшырыуҙар әҙерләй.Тап ошо кескәй һөнәр эйәләре- журналистар өсөн байрам тамашаһы ойошторолдо ла инде. Аҙаҡ балалар һәм ата-әсәләр өсөн тарихи Башҡортостан телевидениеһы бинаһы буйлап экскурсия ла ойошторолдо.
Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары
Тулыраҡ: Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары