Өфөлә урамда ҡалған хужаһыҙ автомобилдәрҙе эвакуациялау дауам итә

Тулыраҡ: Өфөлә урамда ҡалған хужаһыҙ автомобилдәрҙе эвакуациялау дауам итә

Ташландыҡ машиналар ҡала йөҙөн биҙәмәй, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Хужаһыҙ машиналарҙы асыҡлау өсөн айырым комиссия булдырылған. Ул даими рәүештә ҡала урамдарын, ихата биләмәләрен тикшерә. Әлеге көнгә тиклем комиссия тарафынан 2 мең 415 ташландыҡ транспорт тикшерелгән. 1 мең 96 машинала хужалары өсөн иҫкәрмә ҡалдырылған. 901 транспорт хужаһы тимер аттарын урынынан алған. Хужалары табылмаған 195 атомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған.