Улар электр сымдарына тоташмай, автоном рәүештә 20 километр юл үтә ала. Бер юлы автобусҡа ла, тройлейбусҡа ла әйләнә алған заманса транспорттың мөмкинлектәре менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева танышты.Секунд эсендә троллейбус ҡолаҡсындарын төшөрә лә, электрһыҙ хәрәкәт итә башлай. Бер тауышһыҙ тиерлек йөрөгән транспорт, ысынлап та, тәү ҡарауға автобус һымаҡ күренә. Ентекләберәк күҙ һалһаң ғына өҫтөндәге штангаларҙы абайлап ҡалырға була. Экологик яҡтан таҙа һәм ҡулланыуҙа ла арзан. Яғыулыҡ ҡулланмағас, һауаны зарарлы газдар менән бысратмай, бензин өсөн дә аҡса сарыф итергә кәрәкмәй. Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән электробустарҙың өр-яңы моделе сафҡа инә. Транспортты йөрөтөп һынап ҡараған водителдәр әйтеүенсә, уның менән идара итеүе лә еңел. Троллейбуста физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ярҙам кәрәккәндә водителде саҡырта торған төймә лә бар.Электробустың эсе лә иркен, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым урындар, яңы йылытыу системаһы, автоматик елләтеү люктары, камералар ҡуйылған.Салон эсендә һәм тышында ла туҡталыштар яҙылған табло, насар күреүселәр өсөн туҡталҡаларҙы һәм маршруттың номерын әйтеүсе динамиктар ҙа бар.Элек троллейбус водителдәре кабинанан сығып үҙ аллы рәүештә штангаларҙы электр сымдарына тоташтырһа, хәҙер инде был эш автомат рәүештә башҡарыла. Идара итеү төймәһе водитель кабинаһында урынлашҡан.Бер кнопкаға баҫыу менән штангалар һауаға күтәрелә, шундай уҡ ысул менән кире урынына ҡайта.Троллейбус-трансформерҙың штангалары электр сымдарына тоташып йөрөгәндә зарядты аккумуляторҙарға йыя. Әйткәндәй, быға тиклем эшләнгән моделдәрҙә улар кабинаның түбәһендә булһа, хәҙер кузов эсендә урынлаштырыла.Тап ошо батареялар ярҙамында троллейбус автоном рәүештә 20 километр юл үтә ала. Бындай транспорттың хаҡы 18 миллион тирәһе. Ҡала хакимиәте ошондай 10 троллейбусҡа заказ биргән. Тимәк, оҙаҡламай Өфө халҡы заманса электробустарҙа йөрөп ҡыуанасаҡ.
Оҙаҡламай башҡала урамдарына Өфөлә эшләнгән өр-яңы троллейбустар сығасаҡ
Тулыраҡ: Оҙаҡламай башҡала урамдарына Өфөлә эшләнгән өр-яңы троллейбустар сығасаҡ