Яман шеште дауалауҙа яңы алым

Тулыраҡ: Яман шеште дауалауҙа яңы алым

Республика онкология клиник диспансерында яман шеште дауалаусы заманса ҡорамалдар эшләй башланы. Нур уҡтарын таратыусы бер аппарат бер көн эсендә генә иллегә яҡын пациентты хеҙмәтләндерә ала. 73 йәшлек Светлана Парахина яман шеш ауырыуы менән яфалана. Операциянан һуң пациент хәҙер республика онкология клиник диспансерына нур терапияһына йөрөй. Яман шеште дауалаусы ҡоролма алты яҡҡа боролоп зарарланған ағзаға нурҙарын ебәрә. Ә элекке аппараттар иһә тик ике йүнәлештә генә йөрөй ала ине. Өҫтәүенә, ҡоролма алты д форматында эшләй. Заманса аппарат быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған. Нурландырыу процессын табиптар икенсе бүлмәлә компьютер аша тикшерә. Ҡоролмалағы нур уҡтарын бер нөктәгә генә йүнәлтергә мөмкин. Был иң мөһим үҙенсәлектәрҙән һанала, ти аҡ халатлылар.Элек яман шеш менән ауырыусы пациенттарға нур терапияһында сәғәттәр буйы ҡуҙғалмай ултырырға тура килһә, хәҙер иһә процедура ваҡыты бер нисә минут ҡына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман шеш менән ауырыусы пациенттар йылдан йыл күбәйә. 70-80 процент пациенттарға нур терапияһын үтергә тура килә. Яңы сафҡа индерелгән аппараттар иһә дауалау ваҡытын тиҙлтергә ярҙам итә. Был ҡоролма көнөнә яҡынса иллегә яҡын кешене ҡабул итә ала. Дауаланыу ваҡыты ла төрлө кешенеке төрлөсә. Әйткәндәй, был медицина процедураһына ололарҙан тыш, балалар ҙа йөрөй ала. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Республика онкология диспансерына һуңғы осорҙа ғына юғары технологиялы биш комплекс алынған. Ҡоролмалар смена буйынса, йәғни бер туҡтауһыҙ эшләй ала.