4 йәшлек Дашаға ярҙам кәрәк

Тулыраҡ: 4 йәшлек Дашаға ярҙам кәрәк

Рәсәй каналы РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһын дауам итә. Өфөлә йәшәүсе 4 йәшлек Дашаға ярҙам кәрәк. Ҡыҙ бихисап үҫеш кәмселектәре менән тыуған. 2 айлыҡ сағында уға трахеостома көпшәһе ҡуйылған. Ҡыҙ бөтөнләй һөйләшмәй, Артабан дауаланыу өсөн Дашаға ҡиммәтле генетик тикшеренеү талап ителә. Әсәһе Альбина Галибина ҡыҙының яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Даша ҡупшы кейенергә ярата. Әммә матур күлдәктәрен кейеп тышҡа сыҡҡаны юҡ тиерлек. Байтаҡ ваҡытын Альбина менән Дашаға өйҙә үткәрергә тура килә. Көнөнә ике тапҡыр, иртәле-кисле ингаляция. Һуңынан стериль салфеткаларҙы алмаштырыу һәм трахеостома көпшәһен таҙартыу. Дүрт йыл эсендә Дашаның ата-әсәһе көпшәне үҙ-аллы алмаштырырға өйрәнгән. Даша тейешле ваҡытында кесарь киҫеме операцияһы ярҙамында тыуған. Беренсе һулышты ул үҙе яһай алған, һуңынан тыны ҡыҫылыу сәбәпле уны үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырырға тура килгән. Табиптар шунда уҡ ике яҡлы пневмония диагнозы ҡуйған. Һуңынан бер бер артлы бихисап үҫеш кәмселектәре асыҡланған. Өс йыл дауамында Даша зонт ярҙамында туҡланған. Ул әле лә ризыҡты сәйнәй алмай. Йоторға өйрәнеү беҙҙең өсөн оло ҡаҙаныш, ти ҡыҙҙың әсәһе. Иҙмә ашарға өйрәнеүенә бер йыл. Иң яратҡаны емеш-еләктән эшләнгәне. Даими дауаланыу һәм реабилитация ярҙамында табиптар менән ҡыҙҙың ата-әсәһе Дашаны ысын мәғәнәһендә аяҡҡа баҫтыра алған. Башта тыумыштан булған тайышлыҡты төҙәтеү, күҙҙәрҙең күреү һәләтен яйға һалыу. Йөрәккә етди операция эшләткәндәр. Бындай һынауҙар аша үтеп тә, беҙ туҡтарға тейеш түгел, ти Альбина Галибина. Табиптар әйтеүенсә, үткән йыл Дашаға психика һәм телмәр үҫеше тотҡарланыуы менән бер рәттән энцефалопатия диагнозы ҡуйылған. Ретта синдромы һорау аҫтында. Дашаның нәҫелдән күскән сирҙәре булыуы ла ихтимал. Һөҙөмтәле дауаланыу өсөн генетик тикшеренеү кәрәк, ти табиптар. Тикшеренеү түләүле. Уның хаҡы 181 мең һум. Альбинаға Даша менән өйҙә ултырырға тура килә. Ғаилә башлығының эш хаҡы – берҙән-бер килем сығанағы. Даша Галибинаға беҙ ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин. Әгәр телефон операторы һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Ата-әсәнең иң ҙур хыялы – ҡыҙҙарының ауазын ишетеү. Алда ҡыҙҙы оҙайлы дауаланыу һәм реабилитация көтә. Бәлки, тап һеҙҙең изге йөрәгегеҙ Дашаға яҙмышын үҙгәртергә ярҙам итер.