Суд ултырышын инҡар итергә мөмкинме?

Тулыраҡ: Суд ултырышын инҡар итергә мөмкинме?

Өфө урамдары буйлап текә сит ил машиналарында елдергән һәм полиция талаптарына бойһонмаған Артур Ғәзизовҡа ҡарата судтың сираттағы ултырышы булды. Был юлы унда Артур Ғәзизовтан һәм уның әсәһенән һорау алынырға тейеш ине. Мәхкәмә ултырышына әсәһе килмәне, ә инспекторҙы һәм кешеләрҙе тапата яҙған 25 йәшлек ир енәйәт эше менән яҡындан танышып өлгөрмәүе, адвокат менән аралашмауы тураһында белдерҙе. Ошоларҙы иҫәпкә алып суд апрелгә күсерелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ноябрендә Артур Ғәзизов инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Юл ҡағиҙәләрен һәм кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған водитель уҙған йылдың авгусында ла ҡулға алынғайны. Өфө буйлап БМВ машинаһында юғары тиҙлектә инспекторҙарҙан ҡасҡан, водитель танытмаһы тартып алынған һәм бер-нисә көн изоляторҙа ултырып сыҡҡан водителдең яҙмышы апрелдә хәл ителер, тип көтөлә.