Һауа торошо тураһында Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Ҡайһы бер райондарҙа туҡтауһыҙ яуған ҡар, һепертмә буран һөҙөмтәһендә бейек көрттәр барлыҡҡа килһә, дөрөҫ ойошторолған эш юлда киҫкен хәлдәрҙе иҫкәртеүгә булышлыҡ итте. Радий Хәбиров юлдар асылыу менән соҡорҙарҙы төҙәтеү эштәренә тотонорға тәҡдим итте. Республика башлығы федераль трассаларҙың Башҡортостан биләмәләрендә фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырыу эшен дә тиҙләтергә саҡыра. Авто хужалары тәүҙә тәртип боҙған өсөн аҡса түләргә мәжбүр булһа, артабан машина йөрөтөү мәҙәниәте тәрбиәләнәсәк. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын граждандар менән туранан-тура аралаша башларға саҡырҙы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошторған “Управдом” форумы был йәһәттән иң уңайлы сара. Республика башлығы форумды йылдың һәр сиреге йәиһә ай һайын үткәрергә тәҡдим итә. Бер үк ваҡытта төбәктә битлек режимы һаҡлана. Республикала коронавирус инфекцияһын үткән тәүлектә йәнә 133 кеше йоҡторған. Дауаханаларҙа 270, өйҙә 5 меңдән ашыу сирле дауалана. 100 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе, 46 меңе – икенсе миҡдарын алған. Байрам һәм ял көндәрендә республика ҡала-райондарында вакцинаны күсмә ҡуйыу пункттарында яһатырға мөмкин. Ковид-19-ға бәйле һорауҙар буйынса кәңәшмә биреү үҙәге мөрәжәғәттәрҙе артабан да ҡабул итә. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “2021 - Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы” сиктәрендә диспансеризация башланыуын белдерҙе. Милли проектты бойомға ашырыу йәһәтенән төбәктә әүҙем ғүмер оҙонлогон 80 йәшкә еткереү, йоғошло булмаған сирҙәрҙән үлем осраҡтарын кәметергә тырышыу ҡаралған. Был күрһәткестәргә халыҡ менән берлектә һәм ведомство-ара килешеп кенә өлгәшергә мөмкин. 2021 йылда диспансеризация барышында 939 меңдән ашыу кешене тикшереү көтөлә. Фән һәм мәғариф министрына Радий Хәбиров мәктәптә эш шәмбеләрен ҡайтарырға тәҡдим итте. Ковидты еңеп сыҡҡансыға тиклем. Пандемия сәбәпле уҡыуын төрлө сикләү шарттарында дауам итергә мәжбүр өлкән класс балаларына бөгөн имтихандарға етди әҙерлек талап ителә. Айбулат Хажин быйыл берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ҡағылған үҙгәрештәрҙе һанап үтте. Мәктәп тамамлаусылар өсөн имтиханды көнэлгәре тапшырыу мөмкинлеге юҡ. Һынауҙарҙы юғары уҡыу йортона әҙерләнгәндәр 31 майҙан 2 июлгә тиклем тота. Уҡыуын артабан университетта дауам итергә ниәтләмәгәндәр математика менән рус теленән генә имтихан тапшыра. Математиканың иһә тик профиль кимәле ҡарала. Йомғаҡлау иншаһы 15 апрелгә тәғәйенләнгән, өҫтәмә көн май айында. Йәнә бер яңылыҡ – быйыл информатика фәнен һайлағандар имтиханды компьютерҙа тапшыра. Фән һәм мәғариф министры ата-әсә һәм уҡыусыларҙы 27 мартта берҙәм дәүләт имтиханын бергә тапшырып ҡарарға саҡырҙы. Республикала “Кесе ватан мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу барышы менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова таныштырҙы. Был сараға федераль ҡаҙнанан 44 миллион ярым һумдан ашыу аҡса бүленә. Төбәктә 8 театрҙың матди базаһын яңыртыу, автобустар һатып алыу, “Кесе ҡала теартҙары” һәм “Театр – балаларға” тигән йүнәлештәр буйынса яңы спектаклдәр ҡуйыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Башҡортостан мәҙәниәткә федераль бюджеттан аҡса йүнәлтелгән 10 лидер-төбәк исемлегендә генә ҡалмай., республиканың инвестиция йәлеп итеү күрһәткестәре лә яҡшыра. 2020 йылда иҡтисадҡа һалынған инвестиция күләме 100,9 процентҡа еткән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә 35-се, Волга буйы федераль округында 3-сө урында. Радий Хәбиров был һанды юғары баһалап уның Башҡортостан өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәрен билдәләне.
Етәкселәр ҡасан халыҡ янына сығыр?
Тулыраҡ: Етәкселәр ҡасан халыҡ янына сығыр?