Битлек режимы әмәлдә ҡала

Тулыраҡ: Битлек режимы әмәлдә ҡала

Башҡортостанда коронавирус йоҡторған 29 кешенең хәле ауыр булып ҡала. Ковид-19 менән ауырыусылар һаны аҙайһа ла, тынысланырға иртәрәк. Белгестәр һаҡланыу саралары тураһында, мотлаҡ битлек кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Пандемия башланғандан алып республикала 29 мең 790 кеше коронавирус йоҡторған, 303 кеше һәләк булған. Дауаханаларҙа әле ковид менән ауырығандар өсөн бирелгән урындар ҡыҫҡартыла. Айырым дауаханаларҙа инфекция үҙәктәре лә ябыла.