Илдең иң яҡшы онкологтары Өфөлә йыйылды

Тулыраҡ: Илдең иң яҡшы онкологтары Өфөлә йыйылды

Республиканың башҡалаһында Андрей Павленко исемендәге мәктәптең беренсе ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.Операция өҫтәлендә 60 йәшлек ҡатын. Уның ашҡаҙанында өсөнсө стадияла яман шеш. Махсус шыйыҡса индереп табиптар шеш барлыҡҡа килгән урынды айырым төҫкә буяй, шуға зарарланған ағзаның бер өлөшөн генә ҡырҡып алына. Ә быға тиклем ашҡаҙанды тулыһынса юҡ иткәндәр. Андрей Павленко исемендәге мәктәптең беренсе ғилми-ғәмәли конференцияһында тап онкология ауырыуҙарын юҡ итеү проблемалары тикшерелде. Андрей Павленко – Санкт-Петербургтан хирург-онколог. Ул былтыр үҙе ашҡаҙанындағы яман шештән һәләк булған. Әммә медицина үҫешенә ҙур өлөш индереп өлгөргән.Ике йыл уҡыу эсендә — 70% практика. Операциялар тәжрибәле белгес күҙәтеүе аҫтында башҡарыла. Уҡыу бушлай, махсус стипендия ла ҡаралған. Аҙаҡ был программа сиктәрендә уҡыған белгестәр илдең 4 төрлө клиникаһының береһенә эшкә урынлаштырыла. Икәүһе — Мәскәүҙә, берәүһе Санкт-Петербургта һәм Өфөлә  — Республика онкология диспансеры.Мәктәптең төп маҡсаты – Рәсәйҙә хирург-онкологтарҙың белемен арттырыу һәм яман шеш диагнозы ҡуйылған ауырыуҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу. Әле мәктәптә 7 табип практика үтә. Киләһе ун йылда уларҙың һанын йөҙгә еткереү күҙаллана.