Йорт театры

Тулыраҡ: Йорт театры

Сабыйҙарың менән театрға йөрөй алмайһың икән, тимәк театр һинең өйөңә үҙе килә. 2-гә 3 метр майҙансыҡта декарация ҡуйып ҡурсаҡтар, битлектәр һәм күләгә ярҙамында балалар өсөн тамаша ойошторола. Әҙерләк өсөн 10 минут ваҡыт һәм кескәйҙәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән әкиәт геройҙарына әйләнә.Башта күмәкләп декорация ҡоралар артабан яҡшы һүҙҙәр ярҙамында Сампо исемле ҡыйыу ҡыҙға өләсәһен ҡотҡарырға ярҙамлаша. Улар бергәләп ҡырыҫ төнъяҡ батшабикәһе Хийсиға ҡаршы тора һәм Лапландияға ҡояшты ҡайтара.Пандемия сәбәпле театрҙар ябыҡ, балаларҙы ҡайҙалыр йөрөтөүе ҡатмарлы. Тап ошо ваҡытта декрет ялында ултырған Крестина Шульга һәм Мария Үтәшева балалар өсөн бәләкәй генә театр асырға ҡарар итә. Ябай түгел, үҙенсәлекле. Иң кескәй тамашасыны ла ҡыҙыҡһындыра торған. Ысынлап та, бүлмәләге театр форматында эшләүсе актерҙар өсөн сәхнә бөтөнләй кәрәкмәй. Иң мөһиме декорацияны ҡуйыр өсөн 2-гә 2 ҙурлығындағы майҙансыҡ булһын. Бер-нисә минут әҙерлектән һуң актерҙар менән мажараларға юлығырға, уйын-бейеүҙәргә ҡушылырға әҙер кескәй тамашасы. Әкиәттең режиссеры Регина Үтәшева ҡыҙҙарҙың был ниәтен тәүҙәрәк һағайып ҡына ҡабул иткән. Балаларҙың иғтибарын яулау юлында анимотор роленә төшөргә түгел, тап актер булып ҡалырға, ябай тамаша түгел ә тулы әкиәт күрһәтеп балаларҙа театрға һөйөү уятырға. Ошондай маҡсаттар менән яна төркөм. Бер сәғәтлек тамашанан һуң ата-әсәләр сабыйын үҙҙәре өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан асты. Бындай тамаша-квеста ҡатнашып балаң менән ниндәй йүнәлештә эшләргә, нимәгә иғтибарҙы арттырырға икәнен үҙең өсөн асыҡларға була тигән фекерҙә ата-әсәләр. Әкиәттә төнъяҡ һуғышсылары ролен башҡарған кескәй актерҙарҙың хәтерендә онотолмаҫ хис-тойғоларҙан тыш иҫтәлеккә амулеттар ҙа ҡалды.Ә пандемия шарттарына яраҡлашып ижад иткән актерҙар төркөмө яңы спектакль өҫтөндә эшләй.