Ка-32 вертолетының янғынға ҡаршы яңыртылған версияһын әҙерләү тамамланған. Уға яңы электрон борт ҡоролмаһы һәм ҡеүәтлерәк двигателдәр урынлаштырылған. Янғын һүндереү системаһы Күмертау авиация етештереү предприятиеһында проектланған һәм эшләнгән. Быға тиклем ул сит илдән һатып алына ине. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңыртылған вертолет төпкөл урындарҙа утҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәш мөмкинлеге бирәсәк.
Янғын һүндереүсе вертолет
Тулыраҡ: Янғын һүндереүсе вертолет