ЮХХДИ водителдәргә һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш итә

Тулыраҡ: ЮХХДИ водителдәргә һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш итә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә мөрәжәғәт итте. Һуңғы көндәрһә һауа торошона бәйле үлемесле авариялар артты. Күп кенә водителдәр автомобилдәр араһындағы дистанцияны һаҡламай, тиҙлеген арттыра, йәйәүлеләрҙе үткәрмәй. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн ҡар яуыуы, айырым райондарҙа һепертмә буран сығыуы көтөлә. Ошондай шарттарҙа иғтибарҙы бермә-бер арттырыу талап ителә. Төнгөлөккә юлға сыҡмау хәйерлерәк. Сөнки 30 градусҡаса һыуытасаҡ, тип иҫкәртә синоптиктар. Бәләгә тарыусылар 235-84-02, 233-27-31 телефондарына шылтыратып ярҙам һорай ала. Быға тиклем тап ошондай һауа торошо ваҡытында Өфө-Ырымбур юлында 29 машина бәрелешкәйне.