Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?

Өфөлә лә яҙғы ташҡынға етди әҙерлек башланды. Әле 26 штаб, ваҡытлыса йәшәү өсөн 57 урын булдырылған да инде. Ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй. Ҡала хакимиәте башлығы оператив кәңәшмәлә тейешле хеҙмәттәр алдында ташҡын һыуҙарын бәлә-ҡазаһыҙ үткәреп ебәреү бурысын ҡуйҙы. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләргә туҡталыр алдынан Сергей Греков бер аҙна элек оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим эштәрҙең һөҙөмтәләре менән танышты. Әлегә мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты-төп мәсьәлә булып ҡала. Ҡала хакимиәте башлығы мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү өсөн яуаплы кешеләрҙе билдәләргә ҡушҡайны. Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова белдереүенсә, ата-әсәләр комитеты комиссиялары эшмәкәрлеге яңынан үҙ эшен башлаған. Мәктәптәге ризыҡ сифатын улар көн дә тикшереп, һөҙөмтәләрҙе махсус чек-биттәргә беркетеп барасаҡ. Әлеге ваҡытта ата-әсәләр өсөн уҡыу йорттарындағы ризыҡты тәмләп ҡарау ойошторолған. Сергей Греков Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргес тирәләй башҡарылған эштәр менән дә танышты. Һауа торошо төҙөлөш эштәренә ҡамасауламай. Эш сатлама һыуыҡтарҙа ла, ҡар-буранда ла дауам итә. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә бара. Смена һайын 45 кеше һәм 15 берәмек техника эшләй. Кәңәшмәлә күтәрелгән йәнә бер мәсьәлә – яҙғы ташҡынға әҙерлек. Ҡала хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен күптән башлаған. Ташҡынға ҡаршы 26 штаб, ваҡытлыса йәшәү өсөн 57 урын булдырылған. Әле граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара, кәрәкле телефон номерҙары менән иҫкәртмәләр тарата, хәүефле урында йәшәүселәрҙең исемлеген төҙөй. Ер ҡарҙан әрселеү менән ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү башлана. Был йәһәтән ултырышта төҙөкләндереү миҙгеленә пландар ҙа барланды. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов быйыл “Ҡашҡаҙан” паркы файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип белдерҙе. Реконструкция эштәре Совет майҙанында ла тамамлана. Газон һәм тротуарҙар тәртипкә килтереләсәк, көндәр йылыныу менән биләмә тирәләй сауыр, саған ағастары ултыртыласаҡ. Башҡараһы эштәр бихисап. Көньяҡ микрорайонында урын алған яңы паркта төҙөү эштәрен дауам итеү, Киров районының «Ҡояшлы» пляжын төҙөкләндереү ҙә 2021 йылдың эш планына индерелгән.