Күмертауҙа ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәге асыла.

Тулыраҡ: Күмертауҙа ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәге асыла.

Был турала беҙҙең телеканалға ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов хәбәр итте. Йыл аҙағына тиклем дауалау учреждениеһына ҡиммәтле ангиографик ҡоролмаһы ҡайтарыла. Уны урынлаштырыу өсөн махсус бина әҙерләнә, шулай уҡ ҡеүәтле электр тогы талап. Бының өсөн урындағы трансформатр подстанцияһын реконструкциялау күҙаллана. Күмертауҙағы дауаханалар ҡаласығы район-ара үҙәк булып тора, бында көнъяҡтағы 6 район һәм 2 ҡала халҡы юғары медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Аҙаҡҡы йылдарҙа бында бихисап эштәр башҡарылған – матди-техник база нығытылған. Мәҫәлән балалар дауаханаһына рентген, УЗИ аппараттары, Лор-комбайн һатып алынған. Поликлиникала ремонт башҡарылған, паиценттарҙың мөрәжәғәттәрен теркәү системаһы автоматлаштырылған. Былар барыһы ла сифатлы медицна ярҙамын биреү мөмкинлеге булдырҙы ти баш табип