Ике университетты берләштереү файҙаһы

Тулыраҡ: Ике университетты берләштереү файҙаһы

Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Әңгәмәлә Өфөләге ике юғары белем биреү йортоноң киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе фекеренсә, Башҡорт Дәүләт университетын Өфө авиация-техник университеты менән берләштереү республика юғары белем биреү өлкәһе өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәре аса.