Онлайн уҙғарылған кәңәшмәлә ике илдең мөфтөйҙәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен билдәләне. Кәңәшмә Ҡөръән сүрәләрен уҡыуҙан башланды. Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, баш мөфтөй Шәйех-әль-Ислам Тәлғәт Тажетдин сығыш яһаны. Онлайн саммитта Рәсәй мосолмандарының үҙәк Диниә назараты һәм Үзбәкстан мосолмандары идараһы араһындағы килешеү проектының төп йүнәлештәре билдәләнде. Илдәрҙе берләштереүсе бәйләнеш төркөм булдырылды һәм кәңәшмә һөҙөмтәләре нигеҙендә дөйөм резолюция ҡабул ителде. Шулай уҡ, Евразия киңлегендә ислам мәғарифын үҫтереү ассоциацияһын булдырыу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны һәм эшсе төркөмгә Үзбәкстандан да вәкилдәр һайланды.
Өфөлә Рәсәй һәм Үзбәкстан мосолмандарының саммиты үтте.
Тулыраҡ: Өфөлә Рәсәй һәм Үзбәкстан мосолмандарының саммиты үтте.