Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр 213 кешегә етте

Тулыраҡ: Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр 213 кешегә етте

Улар араһында үлем осраҡтары теркәлмәгән. Белгестәр киҙеүҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән табипҡа мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға, кеше күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә кәңәш итә. Киҙеү бронхит, отит, пневмония кеүек ауыр сирҙәргә килтермәһен өсөн ваҡытында дауаланырға кәрәк. Үҙаллы дауаланыу ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, ти табиптар. Сусҡа киҙеүенең таралыуын туҡтатыу маҡсатында мәктәптәр карантинға ла ябылғайны.