Уларҙы имтихан тапшырыусылар ғына түгел, ә ошо яуаплы сараны ойоштороусылар ҙа көнэлгәре үҙләштерергә тейеш. Республика Дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары бөгөн Өфөлә үткән уҡыу-семинар барышында берҙәм дәүләт имтиханы буйынса тулы белешмә алып ҡына ҡалманы, ә эшлекле уйындар ойоштороп, имтиханды тапшырыусылар менән ҡабул итеүселәр ролен ғәмәлдә башҡарып ҡараны. 2016-сы йылда берҙәм дәүләт имтиханын ... кеше бирергә теләк белдергән. Улар өсөн 103 ҡабул итеү нөктәһе әҙерләнә. Әйткәндәй, былтыр имтихан тапшырыусыларҙы 119 уҡыу йорто ҡабул итһә, быйыл ҡайһы бер муниципаль берәмектәр берҙәм дәүләт имтиханын үҙҙәрендә ойоштормай. Балалар имтиханды күрше ҡала райондарҙа эшләгән ҡабул итеү нөктәләренә барып тапшырырға әҙерләнә.
Берҙәм дәүләт имтиханы ҡағиҙәләренә яңылары өҫтәлә
Тулыраҡ: Берҙәм дәүләт имтиханы ҡағиҙәләренә яңылары өҫтәлә