Иҫке Собханғол ауылында 550 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә. Мәғариф учреждениеһы янында 120 урынлыҡ интернат та буласаҡ. Унда күрше ауылдарҙан балаларҙы урынлаштырыу ҡарала. Дүрт ҡатлы бина тулыһынса күтәрелгән, төп өлөшөнөң ҡыйығы ла ябылған. Әле төҙөүселәр спорт залы һәм ашхананың ҡыйығын эшләй. Бынан тыш, улар стеналарҙы йылытыу менән шөғөлләнә. Эстә иһә елләтеү һәм йылытыу ҡоролмалары ҡуйылған, хәҙер ағартыу эштәре ҡала. Белем биреү учреждениеһы урынында элек бер ҡатлы ағас бина булған. Уны һүткәндән һуң, дәрес уҙғарыу өсөн бүлмәләр етмәй башлай. Әле Иҫке Собханғол урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары ике сменала уҡырға мәжбүр. Яңы мәктәп төҙөлөшөнә Башҡортостан ҡаҙнаһынан 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уны яңы уҡыу йылына сафҡа индереү күҙаллана. Мәктәп-интернат райондың бар мәғариф учреждениеларын да беренсе сменаға күсереү мәсьәләһен тулыһынса хәл итмәйәсәк. Шуға күрә, Иҫке Собханғолда киләсәктә дөйөм белем биреү мәктәбен дә яңыртыу ҡарала. Әле яңы бинаның проекты әҙерләнә.
Бөрйән районында быйыл яңы белем усағы асыласаҡ
Тулыраҡ: Бөрйән районында быйыл яңы белем усағы асыласаҡ