Йылайырҙа балалар баҡсаһына сират мәсьәләһе хәл ителде

Тулыраҡ: Йылайырҙа балалар баҡсаһына сират мәсьәләһе хәл ителде

Бөгөн унда 170 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған. Унда заманса технологиялар ҡулланыла, бүлмәләр кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән.Балалар баҡсаһында 8 төркөм ойошторолған. Бынан тыш, спорт залы, музыка бүлмәһе, психолог һәм логопед эшләй.