Кейптаунда ЮАР президенты Джейкоб Зума парламентта сығыш яһағанда уның вазифаһынан китеүен талап итеп акция үткән. Оппозиция ил башлығын 23 миллион доллар ҡаҙна аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә.
Европала электрошокерҙарға һорау арта. Халыҡ ошондай юл менән мигранттарҙан һаҡланырға уйлай. Чехияла электрошокерҙар эшләүсе ширҡәт Германиянан ҙур күләмлек заказ алған.
Пхеньяндың дәүләт телевидениеһы яһалма юлдашты орбитаға сығарыусы ракетаны осороу тураһында кадрҙар күрһәтте. Төнъяҡ Корея етәкселеге ул космосты тикшереү өсөн осоролдо тип белдерһә лә, айырым дәүләттәр Пхеньян БМО-ның именлек шураһы резолюцияһын боҙа тип иҫәпләй.
Патриарх Кирилл Гаванаға килде. Куба етәксеһе Рауль Кастро уны аэропортта уҡ ҡаршы алды. Патриарх Рәсәй халҡы исеменән мөрәжәғәт итеп Куба халҡына бәхет теләне. Бөгөн Кирилл Рим папаһы Франциск менән осрашты.