Ике ай эсендә 3 ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән. Сабыйҙарҙың бөтәһе лә ҡыҙҙар. Аҙнабаевтар бер юлы икеләтә бәхет кисереүҙәренә әле һаман ҡыуанып бөтә алмайҙар. Тәүге бала көткән йәш ғаиләлә бер юлы ике ҡыҙ тыуа. Наҙгөл менән Алтынай һыу тамсыһылай оҡшаш булһалар ҙа һәр береһенең үҙ холҡо бар ти ғаилә башлығы.Тәүге ейәнсәрҙәренең йортҡа ҡайтыуына ҡарт аталары үҙ ҡулдары менән сәңгелдәк тә эшләп ҡуйған. Ололар менән бергә торғас тәрбиәләүе лә рәхәтерәк, белгәнен өйрәтеп тора тип һөйөнә килене. Аҡсаровтар ғаиләһен ҡотларға килгәндә Лиана менән Риана исем туйлай ине. Улар тиҫтерҙәренән ни бары бер көнгә генә бәләкәй. Исем баланы һаҡлай, уның тәбиғәтен, холҡон, киләсәген билдәләй ти боронғолар. Ҡыҙҙарға исемде барлыҡ туғандар һайлашҡан. Ике яҡтан да тоҡомда игеҙәктәр булғас балаларҙың ишле булырын алдан уҡ һиҙемләнек ти йәштәр.Яңы йылдың тәүге көндәре Яҡшымбәт ауыл советы өсөн тағы бер һөйөнөслө хәбәр алып килә. Илгиз һәм Таңсулпан Вәлитовтар игеҙәк алып ҡайта. Әйткәндәй, был аҙнала улар исем ҡуштырырға йыйына. Йәш әсәй балам ҡыҙ булһа тип исемде алдан уйлап ҡуйған, икәү булып тыуғас аптырашта ҡалдыҡ ти.Ауыл халҡы тарихты бындай ваҡиға булыуын хәтерләмәй, элек балалар күп саҡта ла булмай торғайны, ауыл йәшәһен тип хоҙай игеҙ бирәлер тип ҡыуанып шаярта ағинәйҙәр. Бразилиялағы Кандиду Годой ҡалаһын игеҙәктәр ҡалаһы тип йөрөтһәләр, Африкалағы ауылдарҙың береһендә һәр алтынсы бала парлы булып тыуа. Эштәр былай барһа Көйөргәҙе районы ла игеҙәктәр төбәге исеменә дәғүә итә. Сөнки улар йылдан йыл арта. 2013 йылда районда 2 ғаиләлә игеҙәк тыуһа 2014 йылда 4 пар булған, былтыр Көйөргәҙелә 6 игеҙәк донъяға килгән.
Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында иҫтәлекле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиға
Тулыраҡ: Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында иҫтәлекле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиға