Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 84 йыл

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 84 йыл

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙҙың йөрәгендә уйылып ҡалды. Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған шәхес 1932-се йылдың 12-се февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килә. Ғариповҡа ғүмер юлында күп ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килә һәм ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙ йөрәгенә уйылып ҡалды. Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған шағирҙың “Йүрүҙән”, “Таш сәскә”, “Һабантурғай йырҙары”, “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш”, “Йондоҙло уйҙар”, “Умырзая йыры”, “Горицвет”, “Возвращение”, “Алырымҡош менән Бирмәмҡош”, “Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр. I – III томдар” тигән китаптары әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә. Рәми Ғарипов шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән.Уға 1992 йылда “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Шағирҙың исемен үҙе уҡыған 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты йөрөтә, һәйкәл, музей асылды, уның исемендәге әҙәби премия булдырылды.