Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыу эштәренә әҙерләнә

Тулыраҡ: Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыу эштәренә әҙерләнә

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һүҙҙәренә ҡарағанда, Ағиҙел йылғаһында ташҡын осоронда һыуҙың иң юғары кимәле норманан 10 процентҡа түбәренәк булыр, тип көтөлә. Әгәр ҡапыл йылытып, ҡар тиҙ ирей башлаһа, бихисап биләмәләрҙе һыу баҫыуы ихтимал. Был хаҡта ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ябай ҡарашҡа күп күренгән ҡар кимәленең белгестәр иҫәптәре буйынса һәр йылдағыса норманан түбән йәиһә кәмерәк булыуы ташҡын хәүефен бөтөрмәй. Яҙғы һыуҙы үткәреүгә әҙерлек республиканың гидротехник ҡоролмаларында ла иғлан ителде. Быуалар һәм һыуһаҡлағыстарҙа күнегеү эштәре тәртибе раҫланған. Ауыл хужалығы эшсәндәре иһә баҫыу эштәренә әҙерләнә. Премьер-министр урынбаҫары Илшат Фазрахманов оператив кәңәшмәлә быйыл игенселәр 4 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ урып тапшырырға ниәтләй, тип белдерҙе. Был күрһәткескә өлгәшер өсөн республикала әле ҡулланылмаған 19 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ерҙе үҙләштереү көтөлә. Хужалыҡтар шулай уҡ төбәккә яраҡлашҡан сифатлы орлоҡ сәсеү һәм тупраҡҡа минераль ашлама индереүгә иҫәп тота. Кәрәкле техника, йыһаздар, яғыулыҡ-майлау материалдары мәсьәләһе хәл ителә.Яҙ башынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та төҙөкләндереү эшенә тотона. Министр вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова быйыл 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд ремонтлауға 222 миллион 200 мең һум аҡса бүленә, тип белдерҙе. Йәнә 742 миллион һумға республиканың 21 ҡалаһында 140 ихатаны төҙөкләндереү көтөлә. 131 йәмәғәт биләмәһендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты бойомға ашырыла. Эштәрҙе 1 сентябргә тамамлау ҡаралған.Ғәҙәттә яҙ башланыу менән юлдарҙың санитар-техник торошон яҡшыртыу һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре иғлан ителә. Соҡорҙарҙы бөтөрөү, юл кәртәләрен, бордюрҙарҙы, ҡағиҙә билдәләрен буяу-яңыртыу кеүек төҙөкләндереү эштәре айлығы 25 апрелдән 24 майға тиклем билдәләнгән. Һауа юлдары ҡапҡаһы – аэропортта иһә Радий Хәбиров Өфө ҡунаҡтарын коронавирус инфекцияһына тикшереүҙе яңынан башларға тәҡдим итә. Был ҡарарға сит илдәрҙә йоғошло сирҙең йәнә киң таралыуы сәбәпсе. Башҡортостанда үткән тәүлектә 125 кешелә КОВИД 19 сире асыҡланған. Стационарҙа 267 сирле дауалана, шуларҙың 30-ы ауыр хәлдә. Максим Забелин инфекцион йүнәлешле койка урындар һаны кәмей, тип белдерҙе. Ковидҡа ҡаршы колл- үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева билдәләүенсә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе вакцина яһатыу менән ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, әлегә Башҡортостанда 65 мең кешегә вакцинаның ике компоненты ла ҡуйылған. Радий Хәбиров был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә ҡушты.