Шишмә районының Петряево ауылы халҡы фажиғәле һәләк булған фельдешерҙың исемен мәңгеләштергә теләй. Февраль аҙағында Валентина Якимова өсөн сираттағы саҡырыу һуңғыһы булып сыға. Ул ауылдашының ғүмерен ҡотҡарам, тип үҙенең ғүмерен юғалтҡан. Валентина Якимованың ҡыҙы Марина әсәһен юғалтыуға әле лә ышанып етә алмай. Уның көтмәгәндә арабыҙҙан китеүе – ул беҙҙең ғаилә өсөн генә түгел, ә тотош ауыл халҡы өсөн оло яғалтыу, ти.Февраль аҙағында Валентина Якимова сираттағы шылтыратыу буйынса ярҙамға ашыға. Ул көндө ауылдашы мунсала иҫен юғалтҡан була. Фельдшер ирҙең әсәһе менән бергә беренсе медицина ярҙамы күрһәткәндә һөрөм еҫенән иҫен юғалта. Бәхеткә ир тере ҡала. Ҡот осҡос фажиғә бар ауыл халҡын хайран ҡалдыра. 26 йыл буйы Шишмә районының Петряево ауылы халҡы өсөн хеҙмәт иткән фельдшерҙы ауылдаштары хәҙер яҡшы һүҙ менән иҫкә ала. Петряево ауылы халҡы фәжиғәле һәләк булған фельдшерҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән бер урамды уның исеме менән атарға тәҡдим итә. Әле ауыл халҡы урындағы депутаттар менән кәрәкле документтар йыя башлаған. Эштең ҡатмарлы булыуына ҡармаҫтан, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешеүебеҙгә ышанабыҙ, ти улар.
Бар ғүмерен ауылдаштарына бағышлаған табип
Тулыраҡ: Бар ғүмерен ауылдаштарына бағышлаған табип