Яңғыҙы ике бала тәрбиәләүсе әсә банк хеҙмәткәренең ныҡышыуы буйынса 400 мең һум онлайн кредит ала һәм үҙ ҡулдары менән уны әйтелгән иҫәпкә күсерә. Мутлашыусылар банк, полиция хеҙмәткәрҙәре булып шул тиклем оҫта һөйләшә, ҡатынға икеләнеүгә урын да ҡалмай. Ә алданғанын ул икенсе көнөнә генә аңлай. Ошондай мулташыуҙар арҡаһында Башҡортастанда үткән йыл 7 мең кеше зыян күргән. Ә йыл башынан тағы 850 осраҡ теркәлгән. Динара Мурашеваға февраль башында шылтыратып, намыҫһыҙ банк хеҙмәткәренең уның исеменә законһыҙ кредит килешеүе төҙөүөн һәм был эште хоҡуҡ һаҡлау органдарының тикшереүе хаҡында хәбәр итәләр. Банктың хәүефһеҙлек бүлеге шылтыратыуы артынса полиция хеҙмәткәре лә шылтырата һәм ҡатындан тәфтиш эшенә ярҙам итеүен һорай. Бының өсөн Динараға үҙенә ошо сумманы банктан алып икенсе, хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға кәрәклеге һаҡында әйтә.Артабан ҡатын үҙ иҫәбенә килгән 400 мең һум аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереп «ышаныслы иҫәпкә» һала. Мутлашыусылар ҡулына эләккәнен икенсе көнөнә генә аңлай һәм шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Динара хәҙер 10 500 һум ипотекаһынан тыш 5 йыл буйы тағы өҫтәп айына 10 000 һум түләргә тейеш. Үҙенең банк иҫәбендә аҡса ҡалдырырға ла ҡурҡа, сөнки ипотекаға тигән аҡсаһын көсләп тағылған кредит өсөн аласаҡтар. Эксперттар әйтеүенсә, бындай осраҡта кредит түләүҙе үҙ өстөңә алырға кәрәкмәй. Юристҡа мөрәжәғәт итергә, йә граждандарҙың хоҡуғын һаҡлаған махсус үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.Евгений исемле егет тә мутлашыусыларҙан зыян күргән. Уға 400-шәр меңдән ике банкта кредит килешеүе төҙөгәндәр, тағы ла 80 мең һумын шәхси иҫәбенән урлағандар. Ике зыян күреүсе осрағында ла мутлашыусылар уларҙың банктағы электрон ҡултамғаһы аша эш итә. Уны ҡулланыуҙы ҙур суммаға килешеү төҙөгәндә сикләү халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлауҙың бер ысулы булыр ине, тигән фекерҙә Ғәҙел Рәсәй фирҡәһенең төбәк депутаттары. Республикала йыл башынан ғына законһыҙ рәүештә 100 меңдән 400 мең һумғаса бурыс йөкләмәләре алған 850 осраҡ теркәлгән. Үткән йыл уларҙың һаны 7 мең тирәһе ине. Әгәр ҙә һеҙгә мутлашыусылар шылтыратыуын аңлайһығыҙ икән һөйләшеүҙе тиҙерәк өҙөргә һәм банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән кәңәш бирә хоҡуҡ белгестәре.
Әсәнең күҙ йәше төшөрмө?
Тулыраҡ: Әсәнең күҙ йәше төшөрмө?